ҠОРОЛТАЙ, 1) төрки һәм монгол халыҡтарында юғары вәкәләтле власть органы. Башҡорттар Ҡ. ҡәбиләһәм ырыу башлыҡтарын, аҡһаҡалдарҙы һәм ырыу-ҡәбиләнең башҡа абруйлы вәкилдәрен (ҡара: Батыр, Бей, Кенәз, Мырҙа, Тархан, Хан) һайлаған. Ҡ. ҡарамағына һуғыш һәм солох мәсьәләләре, йола хоҡуғы, шәриғәт нормаларын, башҡорттар ингән дәүләт берләшмәләре (ҡара: Алтын Урҙа, Нуғай Урҙаһы, Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы, Рәсәй) закондарын аңлатыу һәм уларҙың үтәлешен күҙәтеү, йолаларҙы теүәл үтәү һәм байрамдарҙы билдәләү, эске һәм ҡәбилә (ырыу)-ара бәхәстәрҙе, ш. иҫ. барымта һәм ҡарымтаны хәл итеү, теге йәки был ҡәбилә, ырыуҙың, ырыу бүленештәренең аҫаба ерҙәренең сиктәрен, йәйләү маршруттарын һ.б. билдәләү (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) ингән. Шулай уҡ хан, бей, староста, старшиналар һайланған һәм тәғәйенләнгән, Ҡ. һәм йыйындар уҙғарыу ваҡыты билдәләнгән. Ҡ. барлыҡ халыҡ ҡатнашлығындағы байрам (һый м‑н) м‑н тамамланған, унда төрлө ярыштар, ш. иҫ. бәйге, көрәш, халыҡ уйындары, үткәрелгән, сәсәндәр сығыш яһаған һ.б. Ҡайһы ваҡыт башҡа халыҡтарҙың ҡәбилә һәм ырыуҙарынан дәрәжәле вәкилдәр саҡырылған. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, Ҡ. роле аҡрынлап сикләнә (ҡара: Урындағы үҙидара) башлай. Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) осоронда Ҡ. бер нисә тапҡыр уҙғарыла, уларҙа ихтилалды яңынан башлау йәки туҡтатыу, ғәскәр башлыҡтарын һайлау, хөкүмәт тәҡдимдәрен ҡарау һ.б. мәсьәләләр хәл ителә. Ҡ. үткәреү традицияһы революция (1917) һәм Башҡорт милли хәрәкәте нығыныу осоронда (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары, Кесе ҡоролтай) яңынан тергеҙелә, 20 б. 90‑сы йй. йәнә аяҡҡа баҫтырыла [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы]. 2) Башҡортостан Республикаһының закондар сығарыусы (вәкәләтле) юғары органы (ҡара: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай).

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.