ҠОРО МАЛ АҘЫҠТАРЫ, составында ҙур күләмдә күҙәнәклек булған ҡоро үҫемлек мал аҙыҡтары. Ҡ.м.а. бесән, һалам, кәбәк һ.б. инә. Ҡ.м.а. — үлән ашаған хайуандарҙың ҡышҡы рационының мотлаҡ компоненты. Был төркөмгә ҡараған мал аҙыҡтары аҙыҡ массаларының кәрәкле күләмен һәм кәүшәк консистенцияһын тәьмин итә, был нормаль аш һеңдереүгә килтерә.

Һалам — башлыса иген культураларын һуҡҡандан һуң ҡалған ҡоро һабаҡтар. Һаламда 3—7% протеин, 33—42% күҙәнәклек бар; күҙәнәклек күләме ҙурыраҡ булған һайын уның туҡлыҡлылығы кәмерәк була. 100 кг борсаҡ һаламында 35 мал аҙығы берәмеге һәм 3,5 кг үҙләштерелеүсе протеин бар, һоло һаламында — ошоға ярашлы 31 һәм 1,7, тары һаламында — 40 һәм 2,5, соя һала‑ мында — 38 һәм 2,7, арпа һаламында — 34 һәм 1,5. Ҡоро матдәнең үҙләштереү сәнлеге юғары түгел: көйшәгән хайуандарҙа 40—50%, йылҡыла 20—30%. Шуға күрә һаламды һутлы мал аҙыҡтарының күләме ҙур булған рациондарҙа өҫтәмә аҙыҡ итеп файҙаланыу отошло. Мал һоло, тары һәм арпа һаламын яҡшыраҡ, яҙғы бойҙай һәм ҡуҙаҡлы культуралар һаламын насарыраҡ ашай. Һаламдың ашалыуын яҡшыртыу өсөн уны һутлы мал аҙыҡтары м‑н ҡушып бешекләү, силослау һ.б. ҡулланыла.

Кәбәк — иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын һуғып таҙартҡандан һуң ҡалған ҡалдыҡ. Кәбәк һаламға ҡарағанда туҡлыҡлыраҡ. 100 кг ҡарабойҙай кәбәгендә 27 мал аҙығы берәмеге һәм 4,8 кг үҙләштерелеүсе протеин бар, бойҙай кәбәгендә — ошоға ярашлы 31 һәм 2,9, арыш кәбәгендә — 27 һәм 2,1, һоло кәбәгендә — 34 һәм 2,3. Сусҡаларға, һыйыр малына һыулап йәки һутлы мал аҙыҡтары м‑н ҡушып ашатыла. Рационда Ҡ.м.а. күләме малдың төрө, йәше һәм продуктлылығы йүнәлешенә бәйле (ҡара: Ауыл хужалығы малдарын ашатыу).

Респ. Ҡ.м.а. ҡулланыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. аҙ. алып үткәрелә. Аграр университетта — малға ашатыу өсөн Ҡ.м.а. әҙерләү ысулдары (бөртөкләндереү, ваҡлау, силослау һ.б.; Т.Ә.Фәритов, Ф.С.Хәзиәхмәтов һ.б.), Ауыл хужалығы институтында Ҡ.м.а. туҡлыҡлылыҡ ҡиммәте һәм химик составы (И.Л.Аллабирҙин, М.Ғ.Маликова, Б.Ғ.Шәрифйәнов һ.б.) өйрәнелә. Шулай уҡ ҡара: Мал аҙығы культуралары, Мал аҙығы етештереү.

Әҙәб.: Нормы и рационы кормления сельскохозяйственных животных. М., 2003.

М.Ғ.Маликова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке