ҠОРҺАҠ, Ҡорҫаҡ, йылға, Дим й. һул ҡушылдығы. Бәләбәй р‑ны Веровка а. төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Бәләбәй һәм Әлшәй р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа табан аға, Әлшәй р‑ны Ыҫлаҡ а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡ‑көнсығышҡа үҙгәртә һәм Дим й. (тамағынан 220 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 60 км, басс. майҙаны 752 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йылға тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3,2 м3/с. Басс. Бөгөлмә—Бәләбәй ҡалҡыулығының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан, һыу айырғыстарында йыуылған ҡара тупраҡтағы һөрөнтө ерҙәрҙән һәм болондарҙан тора. Басс. үрге ағымының — 48%‑ын, түбәнге ағымының 18%‑ын урман биләй. Йылғала Ыҫлаҡ а. эргәһендә һыуһаҡлағыс төҙөлгән. Иң ҙур ҡушылдыҡтары: уң — Ҡайбирҙе, Ыҫлаҡ; һул — Торонтайыш. Исеме ҡарһаҡ (дала төлкөһө) һүҙенән алынған, тип фаразлана.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.