ҠОРҺАҒАЯҠЛЫЛАР, ҡусҡарҙа р (Gastropoda), моллюскыларҙың иң күп һанлы класы. Яҡынса 105 мең төрө билдәле, диңгеҙҙә, сөсө һыуҙа һәм ҡоро ерҙә таралған. БР‑ҙа яҡынса 40 төрө бар, башлыса битиния, быуа ҡусҡары, күләүексә, лайлалы ҡусҡар, тәгәрмәс-ҡусҡар. Тәне асимметриялы, 1—40 мм оҙонлоҡта, кәүҙәнән (аяғы һәм эске ағзалар ҡабы бар) һәм ҡабырсаҡ эсенә һурылып инеүсе баштан тора. Башында ауыҙ уйымы, 1—2 пар һәрмәүес һәм күҙ урынлашҡан. Эске ағзалар ҡабы спиралгә төрөлгән, мантия һәм ҡабырсаҡ м‑н ҡапланған. Ҡабырсағы төрлө формала, ҡайһы берҙәрендә редукцияға бирелгән (лайлалы ҡусҡар). Мантия арт юл, бүлеп сығарыу һәм енси тишектәр асылған мантия ҡыуышлығын һаҡлай. Нервы системаһы диффуз-төйөнлө типта. Һыу Ҡ. тын алыу ағзалары — айғолаҡтар (1 йәки 2), ер һәм күп кенә сөсө һыу Ҡ. — үпкә (үҙгәргән мантия). Ҡ. араһында айырым енесле төрҙәр (битиния, лужанка) һәм гермафродиттар (быуа ҡусҡары, тәгәрмәс-ҡусҡар) бар; аталаныуы эстә була. Ҡ. үҫемлек, бәшмәктәрҙең емешлек тәндәре, лишайниктар м‑н, ҡайһы берҙәре (тәгәрмәс- ҡусҡар) детрит (ҡара: Детритофагтар) һәм хайуан емтектәренең туҡымалары м‑н туҡлана. Башҡортостанда быуала, йылғала, күлдә, һирәгерәк күләүектә һәм ерҙә тереклек итә. Күпселек Ҡ. ирекле йәшәй; быуа ҡусҡарҙары, лужанкалар һ.б. — хайуан һәм кеше паразиттарының аралыҡ хужалары. Күп төрө балыҡтар, ҡоштар, имеҙеүселәр өсөн аҙыҡ булып хеҙмәт итә, ҡайһы берҙәре (селтәрле лайлалы ҡусҡар) — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары.

Р.Ф.Биккенин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.