ҠОРМАНТАУ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бурлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 867 кеше; 1920 – 1074; 1939 – 867; 1959 – 837; 1989 – 494; 2002 – 489; 2010 – 420 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1738 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Кесе Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. Һуңынан бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр һәм яһаҡлы татарҙар килеп ултыра. 1795 й. 100 кеше йәшәгән, 1865 й. 88 йортта – 456 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ауыл эргәһендә Касьянов ҡаласығы һәм Ҡормантау торағы бар. Ғ.Ә.Халиҡов ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.