ҠОРМАНТАУ ТОРАҒЫ, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—2 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Ҡормантау а. көньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ҡормантау һыртында урынлашҡан. 20 б. 20‑се йй. М.И.Касьянов тарафынан асыла, 1954—55 йй. Һ.В.Йосопов, 1979 й. А.Х.Пшеничнюк өйрәнә. Майҙаны яҡынса 27 мең м2, 56 м2 ҡаҙылған. Ҙур көл өйөмөнән торған беленер-беленмәҫ ур табылған. Керамика Ҡара Абыҙ мәҙәниәте (муйыны һәм яурындары тирәләй бәләкәй генә соҡорло биҙәк, һырҙар, тешле штамп эҙе баҫылған туҫтаҡ рәүешендәге түңәрәк төплө), Ананьин мәҙәниәте (муйыны тирәләй бау эҙе м‑н биҙәлгән туҫтаҡ рәүешендәге түңәрәк төплө) һәм “Ғафури тибындағы” (ҡыҫҡа киң муйынлы ҡалын тышлы көршәк рәүешендәге) һауыттарҙан ғибәрәт. Тораҡта бронза тәңкәләр һәм уҡ башаҡтары, балсыҡ орсоҡбаштар, тимер ҡылыс, һөйәк гарпундар, тишкестәр һәм тире эшкәртеү ҡоралдары, хайуан һөйәктәре табылған. Халҡы малсылыҡ (башлыса ваҡ мал һәм йылҡы үрсеткәндәр), игенселек, һунарсылыҡ (нигеҙҙә, бурһыҡ, ҡондоҙ, ҡуян, ҡабан, төлкөгә һунар иткәндәр) м‑н шөғөлләнгәндәр. Ҡомартҡы Ананьин һәм Ҡара Абыҙ мәҙәниәттәре халҡының үҙ-ара бәйләнеше, Ағиҙел й. басс. күсмә сит ҡәбиләләрҙең килеп ултырыу процестарын сағылдыра. Ҡ.т. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Юсупов Г.В. Древнейшие поселения Гафурийского района БАССР //Башкирский археологический сборник. Уфа, 1959; Пшеничнюк А.Х. Новые материалы с поселений Гафурийского района //Поселения и жилища древних племён Южного Урала: сб. науч. тр. Уфа, 1983.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке