ҠОРМАНТАУ МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты аҙағы — иртә тимер быуат башы археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 11—6 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Ҡормантау а. эргәһендәге торама исеме б‑са аталған. Башҡортостанда Ҡ.м. ҡомартҡылары (40‑ҡа яҡын) Ағиҙел й. урта һәм түбәнге ағымында тупланған (Иҫке Нуғай торалары, Касьянов тораһы, Удельно-Дыуанай торамаһы). Торамалар ҡалҡыу урындарҙа урынлашҡан. Ярым ер өйҙәр һәм тура мөйөшлө бағана конструкциялы ҡоролмалар торлаҡ хеҙмәтен үтәгән. Керамика тышҡа йәки эскә ҡарай бөгөлгән ҡыҫҡа верти‑ каль муйынлы, бәләкәй генә соҡорло биҙәк аралаштырып, ҡыя һыҙыҡтар, шаҡмаҡтар, ишелгән бау эҙе м‑н биҙәлеп, әүәләп эшләнгән түңәрәк төплө, көршәк рәүешендәге һәм йомро ҡорһаҡлы һауыттарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурғанлы ҡәберлектәр. Төп ерләү ысулдары: һул ҡабырғаға бөгәрләнгән килеш һалып, башы м‑н көнсығышҡа йәки көнбайышҡа ҡаратыу. Бронза (сикә сулпылары, бырау, уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, сулпылар, һырғалар, беҙҙәр), таш (иген онтағыстар, бысаҡ рәүешендәге пластиналар, уҡ башаҡтары, бысаҡтар, ярғыстар, тишкестәр, ҡырғыстар) әйберҙәр табылған.

Түбәнге Кама буйында Ҡазан эргәһе мәҙәниәте нигеҙендә формалашҡан. Малсылыҡ (башлыса һыйыр малы, сусҡа, йылҡы үрсеткәндәр), игенселек, һунарсылыҡ (ҡондоҙ, төлкө, ҡоралай, мышыға һунар иткәндәр) төп хужалыҡ тармаҡтары булған. Баҡыр ҡойоу эше м‑н дә таныш булғандар. Ҡ.м. вәкилдәре Бура мәҙәниәте, Межа мәҙәниәте һәм Черкаскүл мәҙәниәте халҡы м‑н бәйлә‑ неш тотҡан. Ҡормантау ҡәбиләләре Ананьин мәҙәниәте һәм Ҡара Абыҙ мәҙәниәте халҡы формалашыуы компоненттарының береһе булған. Ҡ.м. өйрәнеүселәр: В.А.Иванов, М.И.Касьянов, К.В.Сальников һ.б.

Әҙәб.: Иванов В.А. Проблема культуры курмантау //Приуралье в эпоху бронзы и раннего железа. Уфа, 1982.

В.А.Иванов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.