ҠОРМАНҒӘЛИЕВ Мөхәмәт Миңлеғәле улы (4.9.1916, Тубыл губ. Тара ҡ. — 18.9.1994, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Себер урман‑техника ин‑тын тамамлаған (1941, Красноярск ҡ.). 1945 й. алып Пижма урман комб‑тының (Горький өлк.) баш инженеры. 1950 й. башлап БАССР Урман һәм ҡағыҙ сәнәғәте министрлығының министр урынбаҫары һәм баш инженеры, 1951 й. — “Башлес” комб‑тының баш инженеры. 1956 й. алып Өфө урман техникумында уҡыта. 1957 й. башлап Башҡ‑н иҡт. адм. районы ХХС‑ының Ағас эшкәртеү сәнәғәте идаралығында баш инженер. 1963—80 йй. Өфө йорттар төҙөү‑фанер комб‑ты директоры. Ҡ. етәкс. ағас‑сүс плиталар һәм ағас пластиктар етештереү, түбән сифатлы ағас ҡалдыҡтарын файҙаланыу үҙләштерелә, фанер етештереү үҙгәртеп ҡорола. 4 уйлап табыу авторы. Окт. Революцияһы (1971), 1‑се һәм 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (икеһе лә — 1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.