ҠОРМАНАЙБАШ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Ҡорманай й. (Өйәҙе й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 381 кеше; 1920 – 551; 1939 – 404; 1959 – 327; 1989 – 175; 2002 – 209; 2010 – 194 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡырғыҙ‑Миәкә урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. башында Бәләбәй өйәҙе Ил‑Күл‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Яңы Ишле а. типтәрҙәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Үрге Ишле булараҡ теркәлгән. Хәҙ. исеме гидронимға бәйле. 1834 й. 70 ир‑ат иҫәпкә алынған. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.