ҠОРМАНАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Оло Соҡаяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 768 кеше; 1920 – 781; 1939 – 680; 1959 – 569; 1989 – 481; 2002 – 434; 2010 – 428 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1686 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1865 й. 72 йортта 474 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ министрлыҡ мәктәбе, 4 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке