ҠОРМАНАЙ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Өршәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Ауырғазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2069 кеше; 1920 – 2543; 1939 – 1776; 1959 – 757; 1989 – 417; 2002 – 324; 2010 – 306 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1757 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Өршәк-Мең улусы Мерәҫ а. (хәҙ. Дәүләкән р‑ны Иҫке Мерәҫ а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә элекке Бүрҙәк а. урынында мишәрҙәр нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ҡорманай Ғәзиев исеме м‑н аталған. 1770 й. ауылда И.И.Лепёхин булып китә. 1795 й. 100 йортта 367 кеше йәшәгән, 1865 й. 144 йортта – 1120 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Ауыл эргәһендә Ҡорманай мәмерйәһе бар. И.Г.Ғәзиев, И.М.Ғәзиев, Ф.М.Фәтҡуллин ошо ауылда тыуған.

М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке