ҠОРМАЕВ Әхтәм Нурый улы [25.9.1906, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе 1‑се Баҡай а. (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡай а.) — 21.12.1990, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Мәскәү сәнәғәт‑иҡт. ғәмәли ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) БАССР Финанс ХК‑нда эшләй. 1933 й. алып БАССР Дәүләт хеҙмәт һаҡлыҡ кассалары һәм дәүләт кредиты идаралығының финанс-иҫәп секторы етәксеһе. 1934 й. башлап Бөтә Рәсәй кооператив банкыһының Башҡ‑н бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары — өлкән консультанты. 1935 й. алып БАССР ХКС‑ының финанс һәм кредит б‑са өлкән консультанты, 1940 й. — БАССР МС эштәре идарасыһы. 1948 й. башлап СССР Дәүләт банкыһының Башҡ‑н контораһы идарасыһы. 1971—88 йй. “Башагропромстрой” (ҡара: “Башсельстрой”) кооператив-дәүләт берекмәһе өлкән ғилми хеҙм‑ре һәм финанс консультанты. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), “Почёт Билдәһе” (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. БР Милли банкыһы (1992 й. тиклем СССР Дәүләт банкыһының Башҡ‑н контораһы) бинаһында уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ә.Ә.Ҡормаева

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.