ҠОРҠОТ АТА, күп төрки телле халыҡтарҙың, ш. иҫ. башҡорттарҙың, легендар ырыу башы һәм изге ҡурсалаусыһы. “Башҡорттар ҡайҙан килгән” легендаһы б‑са, ул башҡорттарҙы Алтай яғынан алып килә һәм уларға хәҙ. йәшәгән урындарын күрһәтә; ҡырғыҙнәҫеле шәжәрәһенә ярашлы, Ҡ.а. уларҙың нәҫел башлығы була. Ҡ.а. беренсе баҡсы һанала, арбау һәм ҡамлау текстарының йөкмәткеһе уға ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүгә ҡоролған (ҡара: Һарнау). “Ҡорҡот ата китабы” дастанында ул шиғри һәләткә эйә аҡ һаҡаллы ҡарт, юраусы һәм күрәҙәсе, уғыҙҡәбиләһенең аҡыллы остазы, хандарҙың һәм батырҙарҙың кәңәшсеһе итеп һүрәтләнә. Ҡ.а. исеме Рәшитетдиндең “Жәмиғ әт‑тәуарих” (1310—1311; “Йылъяҙмалар йыйынтығы”) һәм ӘбелҒазиҙың  “Шәжәрә‑и төрк” (17 б.) хеҙмәттәрендә телгә алына.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1‑се т. Өфө, 1990; Башҡорт халыҡ ижады. 7‑се т. Яҙма ҡисса һәм дастандар. Өфө, 2004; Литература Востока в средние века. В 2 ч. Ч.2. М., 1970.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке