“ҠОРҠОТ АТА КИТАБЫ”, “Китаби дедем Коркуд але лисани таифаи огузан” (“Уғыҙ ырыуы телендәге Ҡорҡот ата китабы”), төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан. 16 б. ҡараған 2 ҡулъяҙма б‑са билдәле, улар Ватикан һәм Дрезден китапханаларында һаҡлана. Дрезден ҡулъяҙмаһы — 12, Ватикан ҡулъяҙмаһы 6 хикәйәттән тора (ҡулъяҙмаларҙың тексы оҡшаш). Шиғри‑сәсмә формала. Әҫәрҙең берҙәм сюжеты юҡ, һәр бүлек уғыҙ батырҙарының героик эшмәкәрлеге т‑дағы айырым эпизодтарға арналған. Хикәйәләрҙә ҡайһы бер геройҙарҙың исемдәре ҡабатлана: һүҙ оҫтаһы Ҡорҡот ата, Байындар хан, баһадир Салор‑Ҡазан, уның улы Аруз һ.б. “Ҡ.а.к.” күп кенә мотивтары (ир м‑н ҡатындың оҙаҡ ваҡыт балалары булмауы, геройҙың йыртҡыс хайуанды имеп үҫеүе, аталарының һүҙ бирешеүе б‑са балаларҙы бишектә үк йәрәшеү, кейәү м‑н кәләш ярышы һ.б.) башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыларында йыш осрай. Әҫәр төрки телле халыҡтар әҙәбиәте үҫешенә ҙур йоғонто яһаған.

Әҙәб.: Литература Востока в средние века. В 2 ч. Ч.2. М., 1970

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.