ҠОРҘАР (Lyrurus), тауыҡ һымаҡтар отрядының ҡорҙар ғаиләһенә ҡараған ҡоштар. Ҡ. (Lyrurus tetrix) һәм кавказ Ҡ. билдәле, Евразияла таралғандар. Башҡортостанда ҡор йәшәй. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 40—50 см, ауырлығы 0,9—1,5 (ҡайһы берҙә 1,8‑гә тиклем) кг, инә ҡор бәләкәйерәк. Ата ҡош күкһел шәмәхә кеүек ялтырауыҡлы ҡара төҫтә. Күҙ өҫтөндә сағыу ҡыҙыл ҡашы бар. Беренсе дәрәжәләге ҡағыу ҡауырһындары, икенсе дәрәжәләге ҡауырһындарының бер өлөшө һәм лира рәүешендәге ҡойроғоноң аҫҡы япма ҡауырһындары аҡ төҫтә, арҡыры ҡара һыҙатлы. Инә ҡош ҡара сыбарлы һорғолт ерәнһыу, ҡойроҡ аҫты аҡ төҫтә, арҡыры ҡара һыҙатлы. Башы бәләкәй, муйыны ҡыҫҡа. Суҡышы йыуан, ҡыҫҡа, бер аҙ ҡабарынҡы. Аяғы уртаса оҙонлоҡта, көслө. Полигам. Уйындары яҙ көнө ерҙә. Ояһы – төбөнә бер аҙ ботаҡ, мүк һәм ҡауырһын түшәлгән ҙур булмаған ерҙәге бәләкәй соҡор. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 6–13 ҡара көрән таплы охра төҫөндәге йомортҡа һала. Инә ҡош 22—25 көн баҫа. Үҫемлектәрҙең йәшел өлөшө, еләк, бөжәк м‑н, ҡышын ҡайын һәм шыршы ағастарының бөрөһө, алҡаһы, ылыҫы һ.б. м‑н туҡлана. Урман һәм урманлы дала зонаһында урманда (яҡты ҡайынлыҡты үҙ итә), ҡырҡындыла, үртәндә, урман ситендә йәшәй. БР‑ҙа һунар объекты.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.