ҠОРҒАТ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ҡорғат а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 32 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 140 км алыҫлыҡта Аҡа й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 642 кеше; 1939 – 497; 1959 – 527; 1989 – 402; 2002 – 350; 2010 – 278 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1769 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Кесе Ҡошсо улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттары нигеҙ һала. 1806 й. бында ш. уҡ шарттарҙа татар дәүләт крәҫтиәндәре килеп ултыра. 1869 й. 50 йортта 274 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Г.Т.Хөсәйенова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.