ҠОРБАНҒӘЛИЕВА Юлиә Рөстәм ҡыҙы (12.11.1984, Өфө ҡ.), спортсы. Пуля мн атыу б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (2008). 26‑сы СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.Б.Гулак). Шәхси зачётта Рәсәй кубогының бронза призёры (2005), РОСТО чемпионаты еңеүсеһе (2 тапҡыр, 2000). Үҫмер спортсылар араһында шәхси зачётта Рәсәй чемп. (1999, 2000, 2002), Рәсәй кубоктарын яулаусы (1999, 2001), Европа беренселектәренең бронза призёры (2000— 01) һәм команда зачётында Европа чемп. (4 тапҡыр, 2000—01). Үҫмер спортсылар араһында команда зачётында донъя рекордсыһы (3 тапҡыр, 2000—01).

 Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке