ҠОРБАНҒӘЛИЕВА (Сафиуллина) Суфия Шәрәфулла ҡыҙы [13.2.1949, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Байғужа а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], актриса. РФ‑тың атҡ. (2000), БАССР‑ҙың халыҡ (1990) һәм атҡ. (1984) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1985). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1973; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) БАДТ актрисаһы, бер үк ваҡытта 1989 й. алып ӨДСА‑ла уҡыта. Төрлө пландағы актриса. Импровизаторлыҡ һәләтенә эйә. Сәхнәлә һынландырған образдары соц. ҡылыҡһырламаларының дөрөҫлөгө, драматизм, сатира йәки юморға бай булыуы м‑н айырылып тора. Төп ролдәре: Салли (“Ят йондоҙ”, Х.Вуолийокиҙың “Нискавуори ҡатындары” — “Женщины Нискавуори” пьесаһы б‑са; дебют, 1973), Гөлнур (“Гармунсы дуҫ”, Н.Нәжми), Мәрзиә (“Ул ҡайтты”, Ә.Ҡ.Атнабаев), Тәңкәбикә (“Ай тотолған төндә”), Харисова (“Ун өсөнсө председатель”, А.Х.Абдуллин), Хәҙисә (“Рәйсә+Фәйзи”, Н.Асанбаев), Асия (“Дүрт кешелек табын”, Н.Ғәйетбай), Әҡлимә (“Әбейҙәргә ни етмәй”, Ф.М.Бүләков), Астра (“Юғалтыу” – “Каждый ищет любви”, Д.Нормет). Актрисаның үткер характерлы, ҡайһы саҡта гротесклы уйнау алымы образдарҙың асылына үтеп инә алыуы м‑н берләшә: Наҙлыбикә (“Тиҫкәре ир, насар ҡатындар”, М.Ғ.Мөсифуллин), Бикә (“Әстәғәфирулла!”, Н.Ғәйетбай), Мәҙинә (“Һөйгәнемдең тыуған көнө”, И.Ғ.Юзиев).

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.