ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Ғәбиҙулла Ғәбделхәким улы [21.11.1859, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Мөхәмәтҡолой улусы Миҙиәк а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 7.12.1919, Стәрлетамаҡ ҡ.], суфыйсылыҡ вәкиле, ишан. Ахун (1890). Ырымбур губ. Троицк мәҙрәсәһендә уҡыған. 1883 й. алып Миҙиәк а. мәсетенең имам-хатибы. Миҙиәк мәҙрәсәһенә нигеҙ һалыусы һәм уның мөҙәрисе. Силәбе өйәҙе мосолмандары араһында суфыйсылыҡты таратҡаны өсөн 1903 й. һәм 1912 й. мөҙәрис вазифаһынан бушатыла. Монархия, дини мәғрифәтселек мәсьәләләрендә ҡәҙимселек яҡлы була. Аҡтар хәрәкәтен хуплай, үҙ иҫәбенә атлы полк (“Мөхәммәт полкы”) төҙөй, полк уның улы капитан Мөхәмәтһарун (1920 й. апр. һәләк була) командалығы аҫтында һуғыша. Ә.Ә.Вәлидов бойороғо б‑са ҡулға алына һәм Стәрлетамаҡ төрмәһенә ябыла; атыла.

Әҙәб.: ЮнусоваА.Б. Ислам в Башкортостане. М., 2007.

А.Б.Юнысова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке