ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Артур Ришат улы (14.12.1980, Өфө — 9.9.1999, Дағстан Респ. Новочуртах а. янында, Силәбе өлк. Ҡытаутамаҡ ҡ. ерләнгән), Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999). Герой исеменә 106‑сы гвардия һауа-десант див. 119‑сы гвардия парашют-десант полкының взвод ком. урынбаҫары гвардия сержанты Ҡ. 1999 й. 9 сент. Дағстандың Яңы Лак р‑нындағы Ике түбә бейеклеген алыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Өфөлә Ҡ. йәшәгән йортҡа һәм Ҡытаутамаҡ ҡ. ул тамамлаған 7‑се мәктәп бинаһы‑ на мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке