ҠОРБАНАЕВА Хәлимә Абдулла ҡыҙы [27.12.1900, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Туйөмбәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 2.4.1972, Өфө], педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1949). З.А.Биишеваның апаһы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1939). 1918 й. алып — Ҡыпсаҡ кантоны, Мораҡ районы, 1934—55 йй. Өфө мәктәптәрендә (1937 й. башлап 9‑сы башҡ. урта мәктәп‑интернатында) уҡытыусы. СССР ЮС‑ының 3‑сө саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1949). Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн методик әсбаптар авторы.

Ф.Ғ.Бейешев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке