ҠОРБАНАЕВА Флора Шәйхи ҡыҙы [30.11.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Күгәрсен а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (1977). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1977), БАССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1965). Х.А.Ҡорбанаеваның ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1950) Йомағужа р‑н дауаханаһында, 1952 й. алып Өфөнөң 17‑се балалар клиник дауаханаһында, 1953 й. — Тымыҡ океан флоты поликлиникаһында (Владивосток ҡ.) эшләй, 1956—94 йй. Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда: 1964 й. алып бүлексә етәксеһе, 1966 й. ғилми секретарь, 1971—90 йй. фән б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре трахома (ксерофтальмия, лагофтальм һ.б.) патогенезын, клиникаһын өйрәнеүгә һәм иртә диагностикалауға, эҙемтәләрен һәм өҙлөгөүҙәрҙе хирургик дауалау ысулдарын эшләүгә, катаракта, глаукома, күҙҙең вируслы ауырыуҙарын хирургик дауалау мәсьәләләренә арналған. Ҡ. тарафынан ҡолаҡ төбө биҙенең көпшәһен күсереп ултыртыу ысулы камиллаштырыла. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.