ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ, илаһтарға, изгеләргә, ата-бабаларға, төрлө әруахтарға һ.б. мәрхәмәт күрһәтеү һәм шөкөр ҡорбандары килтереүҙән торған дини йола. Бөтә диндәрҙәлә бар. Ҡанлы (кеше, хайуан), ҡанһыҙ (аҙыҡ‑түлек, әйбер һ.б.) ҡорбандар була, күмәкләп йәки айырым башҡарыла. Башҡорттарҙа Ҡ.к. исламға тиклемге дини инаныуҙарға бәйле, анимистик (ҡара: Анимизм) күренештәргә нигеҙләнгән.

Вафат булған туғандарына аҙыҡ, ҡорал, хужалыҡ кәрәк‑ярағы һ.б. ҡалдырыу йолаһы Ҡ.к. иң боронғо төрҙәренең береһе була. Кешене Ҡ.к. “Урал батыр” эпосында (“...Үҙе һәм атаһы хөрмәтенә... Ҡатил кешеләрҙе ҡорбанға килтерә...”), “Ямғыр саҡырыу” йолаһында (кешеләрҙе йылғаға ырғы‑ тыу), “Кәкүк” йола бейеүендә (ҡатын‑ҡыҙ тәненең өлөштәрен “өҙөп” кәкүккә “биреүҙе” кәүҙәләндергән хәрәкәттәр яһай), “Әбәк” һәм “Ҡыуышыу” уйындарында (һынауҙарҙы үтмәгән кеше “яна”, “үлә” йәки “ташҡа әйләнә”) һ.б. сағылыш тапҡан. Ҡояшҡа (эңерҙә, көн м‑н төн тигеҙләшкәндә — аҡ ат, ҡояш тотолғанда – ҡара ат), Күккә (һөт йәки ҡымыҙм‑н йыуылған ат), Ергә (һарыҡ башын, ҡорбан ҡанын, һөтлө һауытты ергә күмеү), Утҡа (туй йолаһы – кәләштең утҡа туң май ташлауы) арналған Ҡ.к. киң таралған була. Ҡояшҡа һәм Тәңрегә (ҡара: Тәңрелек) тантаналы Ҡ.к. йолаһы билдәле. Ҡ.к. тау башында күмәк кеше алдында башҡарып, аҙаҡ ҡорбан малының ите м‑н һыйланғандар. “Мир ҡорбаны” йәмәғәт Ҡ.к. байрамы һәм община Ҡ.к. м‑н “Ололар аяты” иҫкә алыу йолаһы билдәле, уларҙы йылҡы салып, ҡәбиләнең уңышлы булыуына, ата‑бабаларға арнап күмәк табын ҡороп үткәргәндәр. Ғәҙәттә аҫау йылҡы, ҡара йәки аҡ һарыҡ (сәләмәт, инәүләнмәгән, йола тамғалары һалынмаған һ.б.) ҡорбан итеп килтерелгән.

Ҡоролоҡ ваҡытында ямғыр саҡырыу өсөн болоттар хужаһына, яугирҙар һуғышҡа китер алдынан һуғыш рухына — ҡара һарыҡ; ямғырҙар оҙаҡҡа һуҙылғанда көн асылһын өсөн Ҡояшҡа (“Аҡ теләккә сығыу” йолаһы), алыҫ сәфәрҙәрҙән иҫән‑һау әйләнеп ҡайтһын өсөн Хызырға, ата‑бабалар рухына, изге ағастар рухына һыйыр йәки аҡ һарыҡ ҡорбан ителгән. Эпидемиялар ваҡытында һауығыу өсөн ошондай уҡ йола башҡарылған. Мал тиреһен йоланы башҡарған дин әһеленә биргәндәр, итте иһә, ауырыуҙың үҙенән башҡа, бында булғандарҙың барыһы ла ашаған. Сирҙе ауырыуҙан сепрәк ҡурсаҡтарға күсереү йолаһын башҡарғанда, әтәс йәки ҡаҙ һуйып, уны сирҙең рухына ҡорбан иткәндәр. Әгәр көнкүрештә көрәк, һәнәк йыш һынһа, тимер рухына ерән йәки көмөшһыу ат ҡорбан иткәндәр, уңышлы һунарҙан һуң һөңгөгә йәки уҡҡа ит киҫәктәре кейҙергәндәр. Түлһеҙ ҡатындар ауырға ҡалһын өсөн мәмерйәләр, ҡороған йылғалар, йырындар, ҡаялағы ярыҡтар (ҡатын-ҡыҙҙың енси ағзаһына оҡшаш һанап) эйәләренә ҡорбан килтергәндәр (ҡорбан һарығының ҡанын ағыҙыу, май йәки ҡымыҙ һөртөү). Һуңынан Ҡ.к. төрҙәре яйлап символик төҫ ала бара: ергә йомортҡа ҡабығын күмгән‑ дәр, ағастарға төҫлө таҫмалар бәйләгәндәр, йылғаға тәңкә, ҡабырсаҡ, мәрйен ырғытҡандар һ.б. Ҡорбан малының ҡаны бөркөлгән төрлө таштар (“Яҙаташ”, “Йәй ташы”, “Ҡолоҡай ташы”) ямғыр саҡырыу, йортто һаҡлау, яуыз заттарҙы ҡыуыу йәки изге заттарға (ҡара: Эйә) мәрхәмәт күрһәтеү өсөн; быуындарҙы, биҙгәкте һ.б. дауалағанда ҡулланылған. Ислам дине таралғас, малды Ҡ.к. мосолман байрамдары, ерләү йолалары, туй, исем ҡушыу һ.б. мөһим ваҡиғалар ваҡытында үткәрелгән. Шулай уҡ йорттоң ҡотло булыуын теләп, өй нигеҙен ҡорғанда (“нигеҙ ҡорбан”), ырыуҙың сәскә атыуы (“нәҫел ҡорбан”), ауырыуҙарҙан, бәлә-ҡазанан һаҡланыу (“нәҙер ҡорбан”) һ.б. өсөн Ҡ.к. башҡарылған. Ҡ.к. өсөн сатраш һәм тулҡын кеүек һыҙыҡтар, хайуан (бүре, бөркөт, үгеҙ башы, һарыҡ башы, һарыҡ мөгөҙө) йәки үҫемлек рәүешендәге биҙәктәр м‑н биҙәлгән ҡорбанлыҡтар (ағастан, тимерҙән, таштан, һөйәктән) ҡулланылған. Ерләү йолаларын башҡарғанда ҡорбанлыҡтарҙы яндырылған усаҡ алдына, ҡәберҙә мәйет эргәһенә ҡорғандар. Ҡ.к. ваҡытында шыйыҡлыҡ түгеү өсөн моронло ҡабырсаҡтар, эсеү өсөн тимер ағас һауыттар, үҫемлектәрҙең һутын һығыу өсөн таштар, таҙартыу өсөн һөҙгөстәр, ҡорбан эсемлеге, ҡан йәки май өсөн ҡалаҡтар ҡулланылған.  

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; Инан А. Шаманизм тарихта һәм бөгөн. Өфө, 1998.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.