ҠОРАЛЛЫ ФОРМИРОВАНИЕЛАР, дәүләткә (законлы Ҡ.ф.), партияға, милли, дини йәки башҡа соц.-сәйәси ойошмаға буйһонған ҡораллы кешеләр берләшмәһе. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Көньяҡ Уралда барлыҡҡа килгән тәүге даими Ҡ.ф. булып Өфө гарнизоны (хеҙмәтле кешеләр, башлыса стрелецтар һәм казактар) иҫәпләнә. Өфө өйәҙендәге дөйөм Рәсәй Ҡ.ф. м‑н 16 б. һуңғы сирегендә — 18 б. башында — Өфө воеводалары, 18—19 бб. — губернаторҙар, 19 б. һуңғы сирегенән алып хәрби округ ғәскәрҙәре башлығы етәкселек итә. 18 б. Көньяҡ Уралда регуляр армияның тәүге частары булып Ырымбур һәм Өфө гарнизондарының драгун полктары һанала. 1784 й. Ырымбур драгун полкы һәм 1—6‑сы Ырымбур ялан батальондары ойошторола. 1796 й. Ырымбур ялан батальондарынан Бутырск, Рыльск һәм Өфө мушкетёрҙар полктары (ҡара: Бутырск пехота полкы, Рыльск пехота полкы, Өфө пехота полкы) төҙөлә. 1797 й. Ырымбур сик һыҙығының Ырымбур гарнизон полкы һәм гарнизон батальондары, ш. уҡ егерь полктары ойошторола. 19 б. аҙ. төбәктә гарнизон батальондарынан төҙөлгән 1—10‑сы Ырымбур сик буйы батальондары (19 б. аҙ. Төркөстан сик буйы батальондары итеп үҙгәртелә) хеҙмәт итә. 1804 й. башлап Өфөлә 243‑сө Златоуст резерв батальоны [Өфө гарнизон батальоны, 1820 й. алып Өфө эске гарнизон батальоны, 1837 й. — 10‑сы Ырымбур сик һыҙығы батальоны, 1864 й. — Өфө губерна батальоны, 1874 й. — Урындағы Өфө батальоны, 1887 й. — Өфө резерв кадрҙар батальоны, 1891 й. — Златоуст резерв батальоны, 1899 й. тиклем 243‑сө Златоуст батальоны; 1904 й. 243‑сө Златоуст һәм 311‑се Силәбе пехота полкына әйләндерелә (1906 й. батальонға берләштерелә)] урынлаша. 20 б. башында Златоуст ҡ. 214‑се Мокшанск резерв батальоны (1904 й. 214‑се Мокшанск пехота полкы итеп үҙгәртелә) хеҙмәт итә. Златоуст һәм Мокшанск пехота полктары рус-япон һуғышында (1904—05) ҡатнаша. 1910 й. алып Өфөлә Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан 190‑сы Очаков пехота полкы һәм Златоуст ҡ. 196‑сы Инсар пехота полкы урынлаша. 1914—16 йй. запас батальондар ойошторолоп, артабан запас пехота полктарына үҙгәртелә. Өфөлә — 103‑сө, 127‑се, 144‑се, Бәләбәй ҡ. — 152‑се, Златоуста — 128‑се, Силәбелә 109‑сы һәм 163‑сө запас пехота полктары урынлаша; Өфөлә ш. уҡ 696‑сы ополчение дружинаһы була. 19 б. — 20 б. башында төбәктә ғәриптәр һәм урындағы командалар, эске һаҡ ғәскәрҙәре, арсеналдар, хәрби идаралыҡтар һәм уҡыу йорттары (ҡара: Хәрби белем биреү) урынлашҡан.

18 б. 20‑се йй. — 20 б. 10‑сы йй. башҡорт, бобыль, казак, ҡалмыҡ, мишәр һәм типтәрҙәрҙең мең һәм йөҙ кешелек атлы частары һәм подразделениелары (ҡара: Башҡорт ғәскәре, Башҡорт-мишәр ғәскәре, Башҡорт полктары, Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте, Казак ҡатламы, Мишәр полктары, Ставрополь өйәҙе, Типтәр полктары, Урал казак ғәскәре, Ырымбур казак ғәскәре) төбәктең мең һәм йөҙ кешелек атлы иррегуляр ғәскәрҙәрен тәшкил итә. 1731 й. Алексеевск пехота полкынан (1770 й. регуляр армия составына күсерелә) һәм Биләр, Сергиевск, Шишмә драгун ландмилиция полктарынан Кама аръяғы ландмилицияһы (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) ойошторола. Һуңғы өсөһөнән 1771—75 йй. хәрби хеҙмәт үтәгән еңел ялан командалары ойошторола. Мең кешелек башҡ. атлыларының Төньяҡ һәм Ете йыллыҡ һуғыштарҙа, 1771—73 йй. Польша кампанияһында ҡатнашыуы билдәле. 1788—90 йй. рус-швед һуғышында, 1792 й. Польша кампанияһында 500 кешелек 1‑се һәм 4‑се (1789—92), 2‑се һәм 3‑сө (1789—90) Башҡ. һәм 1‑се Мишәр (1789—90) полктары, Ырымбур казактары һәм Ставрополь ҡалмыҡтары ҡатнаша. Наполеон Францияһы м‑н һуғыштар осоронда, ш. иҫ. Рус-прусс-француз һуғышында (1806—07), Ватан һуғышында (1812), рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) 10 меңлек башҡ. командаһы (1807), 500 кешелек 1‑се һәм 2‑се (1811), 3—20‑се (1812) Башҡ. һәм 1‑се, 2‑се Мишәр (1812) полктары (1814 й. улар таратыла) ойошторола. 1828— 29 йй. рус-төрөк һуғышы һәм 1830— 31 йй. поляк ихтилалын баҫтырыу ваҡытында 1‑се һәм 2‑се (1828—32), 3—7‑се (1831—32) Башҡ. полктары төҙөлә. Ҡырым һуғышы (1853—56) ваҡытында 1—4‑се Башҡ. полктары (1854—56) ойошторола, уларҙың икеһе һуғышҡан армия составында була. Башҡ. атлыларын әҙерләү м‑н 1852—60 йй. Өйрәтеү Башҡ. полкы, 1874—82 йй. Башҡорт атлы полкы шөғөлләнә. 1790—1845 йй. Өфө казак полкын (1798 й. 1‑се һәм 2‑се Типтәр атлы казак полктарына бүленә; 1819 й. алып 1‑се һәм 2‑се Типтәр регуляр казак полктары; 1835 й. 1‑се Ырымбур казак полкына берләштерелеп, 1841 й. Өфө казак полкы итеп үҙгәртелә) типтәр һәм бобыль ҡатламдары тәшкил итә. Ырымбур һәм Урал казак ғәскәрҙәренең Ҡ.ф. полк һәм йөҙ кешелектәргә бүлеп йөрөтөлә.

Граждандар һуғышы йылдарында Башҡортостанда РККА, Халыҡ армияһы һәм Себер армияһы, артабан Рус армияһы (1918 й. көҙөндә Рәсәй армияһы) берләшмәләре, частары, дружина һәм отрядтары кеүек Ҡ.ф. һуғыша. 1917 й. Өфө губернаһыныңэшсе дружиналары Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларына берләшеп, уның нигеҙендә 1918 й. йәйендә РККА‑ның Өфө пехота див. һәм Бөрө уҡсылар бригадаһы (ҡара: Уҫы уҡсылар бригадаһы, Өфө уҡсылар дивизияһы) төҙөлә. Запас полктарҙан 1917 й. 1‑се, 2‑се һәм 13‑сө Мосолман полктары ойошторола. 1918—20 йй. Волга буйында, Уралда һәм Себерҙә советтарға ҡаршы армиялар составында 4‑се Өфө уҡсылар див., 8‑се Кама уҡсылар дивизияһы, 2‑се Өфө кавалерия див. (ҡара: Өфө кавалерия дивизиялары), 4‑се Өфө кавалерия полкы, Бәләбәй айырым эскадроны, 4‑се Өфө еңел артиллерия бригадаһы (1918 й. нояб. тиклем 4‑се айырым Өфө еңел артиллерия дивизионы), Өфө уҡсылар артиллерия дивизионы, автомобиль командаһы, осоусылар отряды һәм т. юл батальондары һуғыша. 1918—19 йй. Уралдағы һуғыш хәрәкәттәренең ахырына Башҡорт хөкүмәте тарафынан ойошторолған Башҡорт ғәскәре, Башҡорт ирекле отрядтары хәл иткес йоғонто яһай. Башҡорт ғәскәрҙәре (Беренсе Башҡорт уҡсылар дивизияһы, Икенсе Башҡорт уҡсылар дивизияһы) 1918 й. сент. Башҡорт айырым корпусына туплана; нояб. айында корпус таратылып, башҡ. частары 1‑се Башҡ. уҡсылар див. (нояб. — 10‑сы, дек. — 9‑сы) инә, 1919 й. ғин. Башҡорт корпусы (1‑се һәм 2‑се Башҡ. уҡсылар див., 1‑се һәм 2‑се Башҡ. кавалерия полктары) ҡайтанан тергеҙелә; 1919 й. РККА составында һуғыштарҙа Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы (Көньяҡ фронтта), Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө (Петроград янында) һәм Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы (Украинала) дан ҡаҙана.

1924—31 йй. БАССР‑ҙа Б.В. һуғышында ҡатнашҡан 100‑сө терр. уҡсылар полкы, 1926—27 йй. 4‑се Башҡ. терр. уҡсылар полкы урынлаша. Икенсе донъя һуғышы йылдарында БАССР‑ҙа 186‑сы Брест уҡсылар дивизияһы, 219‑сы Идрица уҡсылар дивизияһы, 214‑се Кременчуг-Александрия уҡсылар дивизияһы, 21‑се гвардия Невель уҡсылар дивизияһы, 87‑се гвардия Перекоп уҡсылар дивизияһы, 170‑се Речица уҡсылар дивизияһы, йөҙҙә егерме дүртенсе уҡсылар бригадаһы, етмеш алтынсы кавалерия дивизияһы, 112‑се Башҡ. (16‑сы гвардия) Чернигов кавалерия дивизияһы, 469‑сы Кременчуг миномёт полкы, 134‑се Луга миномёт полкы, 467‑се Львов миномёт полкы, 120—123‑сө миномёт полктары, 1097‑се һәм 1098‑се тупсылар артиллерия полктары, биш йөҙһикһән етенсе гаубица артиллерия полкы, 144‑се Ропшин миномёт полкы, Салауат Юлаев ис. мең ике йөҙ туҡһан икенсе танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы, 25‑се (“Александр Невский” һәм “Полководец Суворов”) һәм 60‑сы (“Салауат Юлаев” һәм “Уфимец”) бронепоездарҙың айырым дивизионы ойошторола (тулыландырыла). Бынан тыш, ун икенсе запас уҡсылар бригадаһы, ҡырҡ туғыҙынсы өйрәнсек уҡсылар дивизияһы, йөҙҙә утыҙ дүртенсе уҡсылар бригадаһы, етмеш дүртенсе кавалерия дивизияһы, йөҙҙә ун өсөнсө кавалерия дивизияһы, икенсе запас кавалерия бригадаһы, 23‑сө айырым запас элемтә полкы (ҡара: Запас полктар) һ.б. запас һәм өйрәтеү Ҡ.ф. армиялағы хәрби хеҙмәткә әҙерлек алып бара. БАССР‑ҙа йыйылған аҡса иҫәбенә танк колонналары (“Халыҡ-ара революция көрәшселәренә ярҙам итеү ойошмаһының Башҡортостан ойошмаһы”, “Башҡортостан Осоавиахимы”, “Башҡортостан пионеры”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”) һәм эскадрильялар (“Башҡортостан истребителе”, “Башҡортостан нефтсеһе”, “Белорет металлургы”, “Башҡортостан комсомолы”) ойошторола. Һуғыштан һуңғы осорҙа Башҡортостанда Оборона министрлығының, ЭЭМ‑дың, СССР һәм РФ Граждандар оборонаһының Ҡ.ф. (ш. иҫ. йөҙҙәһикһән алтынсы инженер-сапёрҙар бригадаһы) урынлаша.

Әҙәб.: Филимонов Б.Б. Белая армия адмирала Колчака. М., 1997; Дублённых В.В. Вооружённые формирования Урала периода гражданской войны: исторические справки. Екатеринбург, 2002.

М.Ә.Бикмәев, Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.