ҠОРАЛАСЫҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Семилетка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 17 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 155 км алыҫлыҡта Наҙы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1180 кеше; 1920 – 1435; 1939 – 1183; 1959 – 858; 1989 – 554; 2002 – 562; 2010 – 528 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға 1784 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 116 кеше йәшәгән, 1865 й. 107 йортта – 657 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман әҙерләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет (1835 й. төҙөлгән), училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән. М.Ш.Шакирйәнов, Ш.Ш.Шәрифуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке