ҠОРАЛ, һуғыш алып барыу йәки һунар итеү өсөн традицион техник саралар. Таш быуат кешеләрендә күҫәк, һөңгө, гарпун, сыбыртҡы, һиртмәк (палеолит дәүерендә барлыҡҡа килә), ябай йәйә (мезолит), балта һәм бысаҡ (неолит) була. Бронза быуатында Ҡ. суҡмар, ҡылыс һәм күп ҡатлы йәйә, ш. уҡ ат егелгән ике тәгәрмәсле арба м‑н тулылана. Иртә тимер быуатта ҡыҫҡа ҡылыстар һәм һөңгөләр оҙонораҡтарға алмашына.

Ваҡыт үтеү м‑н, һөңгө остары, уҡ башаҡтары, бысаҡ, балта, ҡылыс йөҙҙәрен яһау материалдары төрлөләнә (ағас, һөйәк, таш, баҡыр, бронза, тимер). “Иҫкергән” материалдарҙың “яңы”лар м‑н алмашыныуы аҡрын бара. Уралда һөйәк һәм таш уҡ башаҡтары, бысаҡ йөҙҙәре б.э.т. 1‑се мең йыллыҡҡа тиклем ҡулланыла, бронзанан эшләнгәндәре — б.э.т. 2—1‑се мең йыллыҡта, тимерҙәре б.э.т. 1‑се мең йыллыҡтан алып файҙаланыла. Ҡ. камиллаша барыуы һаҡланыу сараларының — ҡалҡан һәм махсус кейемдәрҙең — барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Б.э.т. 1‑се мең йыллыҡтың 2‑се ярт. Уралда һөйәк, бронза һәм тимерҙән ҡоршалған кейемдәр — тәңкә һымаҡ (пластиналар тиренән йәки беше туҡыманан тегелгән күлдәккә беркетелгән) һәм ламелляр (пластиналар бер-бер артлы беркетелгән ҡайыштарҙан төрлө үлсәмдә тегелгән) һуғыш кейемдәре, дәүерҙәр сигендә һаймандар уйлап табыла. Б.э. 1‑се мең йыллығының 2‑се ярт. алып Азияның күсмә ҡәбиләләрендә ҡылыс тарала. Урта быуатта башҡорттарҙа һөйәк йәки мөгөҙ пластиналар м‑н нығытылған күп ҡатлы йәйә, яҡынса 1,2 м оҙонлоғондағы уҡ, алыҫтан һуғышыу өсөн ҡыҫҡа һаплы һөңгө, ш. уҡ һөңгө, ике яғы ла үткер ҡылыс һәм яҡындан һуғышыу өсөн хәнйәр була. Юғары ҡатлам яугирҙары ҡиммәтле һаҡланыу Ҡ. — тимер торҡа, һайман, пластиналар м‑н нығытылған һуғыш кейеме, ҡул, аяҡ һаҡлағыстары, ҡалҡан — м‑н файҙаланған. Йәйә һәм уҡтарҙы һаҙаҡта (башаҡтары м‑н аҫҡа ҡаратып 16—25 дана) йөрөткәндәр. 17 б. башлап ҡайһы бер бай башҡорттар утлы ҡорал һатып ала башлай. Әммә бындай Ҡ. тотоу тыйылғас [ҡара: Указдар (1736 й. 11 февр.)], 19 б. башҡорттар тик һалҡын ҡорал ғына йөрөтә башлай. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелеп, сикләүҙәр бөтөрөлөүгә ҡарамаҫтан, 19 б. уртаһына тиклем хәрби хеҙмәт үтәгән башҡорттарҙың Ҡ. һөңгөнән һәм йәйәнән торған. Закон м‑н рөхсәт ителгән улъя ҡылысы, саҡматашлы пистолет йәки филтәле мылтыҡ бик аҙ кешеләрҙә генә осраған. Һаҡланыу Ҡ. тимерсыбыҡтан үрелгән һаймандан һәм ҡул һаҡлағысынан торған. 19 б. уртаһында Ырымбурҙа Башҡорт ғәскәре арсеналында бер аҙ саҡматашлы карабиндар һәм пистолеттар һаҡланған. Башҡорттарҙы хәрби ҡатламдан ауыл халҡына күсереү (ҡара: “Башҡорттар тураһында положение) һәм барлыҡ ҡатламдар өсөн хәрби йөкләмә индереү [ҡара: Хәрби реформалар (1860— 70)] башҡорттарҙың һәм Рәсәйҙеңбашҡа халыҡтары Ҡ. араһындағы айырманы бөтөрә. Башҡорт атлы полкы яугирының Ҡ. карабин, ҡылыс һәм рус кавалерияһы өсөн дөйөм булған уставта ҡаралған һөңгөнән торған. 17—19 бб. башҡорттарҙа һунар Ҡ. араһында йәйә м‑н уҡ (тимер йәки һөйәк башаҡлы), һөңгө, киҫтән, суҡмар, бысаҡ һәм һирәкләп мылтыҡ булған. Ҡырағай ҡоштарға һәм ҡиммәтле тиреле йәнлектәргә ҡулға өйрәтелгән бөркөт, ыласын йәки ҡарсыға м‑н һунар иткәндәр.

Әҙәб.: Иванов В.А. Вооружение и военное дело финно-угров Южного Приуралья в эпоху раннего железа. М., 1984.

В.Н.Васильев, В.В.Овсянников, Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.