Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/T/TETEREVYATNIK.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/T/TETEREVYATNIK.jpg'

ҠОР ҠАРСЫҒАҺЫ, (Accipiter gentilis), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 60 см тиклем, ауырлығы 600—2000 г (инә ҡоштар эрерәк), ҡанатының ҡоласы 97— 127 см. Кәүҙәһенең өҫкө өлөшө һәм ҡанаттары күгелйем йәки һорғолт көрән, башы ҡарараҡ; ҡорһағы асыҡ төҫтә, нәҙек арҡыры ҡара һыҙаттар м‑н сыбарланған. Сағыу һары төҫтәге күҙенән алып соңҡаһына ҡарай ҡара киң һыҙат үтә. Башы яҫы, суҡышы ныҡ бөгөлгән. Ҡойроғо оҙон. Аяғы ҡыҫҡа, көслө, тырнағы осло, бөгөлөп тора. Моногам. Ояһын (диам. 0,6—1,5 м) аулаҡ урында ағас башында (4—25 м бейеклектә) ваҡ ботаҡтарҙан ҡора, иҫке ояларҙы биләй йәки уларҙы төҙөп бөтә. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 3—5 зәңгәрһыу аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 35—38 көн баҫа. Көндөҙгө йыртҡыс. Ваҡ ҡоштар һәм имеҙеүселәр, һирәгерәк бөжәктәр м‑н туҡлана. Урманда йәшәй. БР‑ҙың башлыса урман һәм урман‑дала райондарында осрай. Һунар ҡошо.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.