ҠОНШАҠ, ауыл, Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны һәм Ҡоншаҡ а/с үҙәге. Силәбе ҡ. Т.‑Көнс. 85 км һәм Ҡоншаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 4 км алыҫлыҡта Ҡоншаҡ күле (Исәт й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 6531 кеше; 1959 — 4199; 1989 — 5546; 2002 — 5993 (13%‑ы башҡорттар); 2010 — 6296 кеше. Урта һәм башланғыс мәктәптәр, балалар сәнғәт мәктәбе, көрәш бүлеге булған ДЮСШ, мәҙәниәт йорто, үҙәк район дауаханаһы, Ҡ.Даян ис. үҙәк район китапханаһы, балалар китапханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет бар. Башҡ.‑та‑ тар мәҙәниәт үҙәге, “Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы” йәмәғәт ойошмаһы (ҡара: Башҡорттарҙың йәмәғәт берекмәләре) эшләй. М.Ғатауллин, Ҡ.Х.Даян, Б.С.Сәйәрғәлиев ошо ауылда тыуған.

Ауылға Исәт провинцияһында нигеҙ һалына, 1763 й. алып билдәле. 1869 й. 371 йортта 2473 кеше йәшәгән. 4 мәсет булған. 1919 й. тиклем Ҡ. — Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе Ҡоншаҡ улусы, 1930 й. тиклем — Арғаяш кантоны Ҡоншаҡ улусы, 1934 й. тиклем БАССР‑ҙың Ҡоншаҡ районы үҙәге.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке