ҠОНДОРАҠ (Agrostis), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да барлыҡ тиерлек тропик булмаған бүлкәттәрендә, ш. уҡ тропик тауҙарҙа таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә. Үрендеһе ер аҫтында йәйелеп үҫкән йәки үрендеһеҙ күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, һирәк осраҡта аҫҡы өлөшөндә өҫкә күтәрелеүсән йәки түшәлеүсән, бейеклеге 10—120 см. Япрағы бөтөн, ҡыяҡ, ғәҙәттә яҫы, һирәгерәк буйға төрөлгән. Сәскәһе ваҡ, ике енесле, аҫҡы сәскә тәңкәһе башаҡтыҡынан ҡыҫҡараҡ, ҡылсыҡһыҙ йәки ҡылсыҡлы. Сәскәлеге — йәйенке йәки йыйылған һепертке. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—сент. өлгөрә. Болондарҙа, аҡландарҙа, һирәк урмандарҙа, һыу буйында үҫә. Гигант Ҡ., үрентеле Ҡ., нескә Ҡ. һ.б. — республиканың бөтә терр‑яһында тиерлек, суҡмар Ҡ. — Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, виноград һымаҡ Ҡ. башлыса Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. Мал аҙығы үҫемлеге. Сәселгән болондар һәм газондар булдырыу өсөн ҡулланыла.

С.М.Ямалов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.