ҠОНАЕВ Йәүҙәт Сабир улы [7.3. 1927, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Баязит а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны)], тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1974), проф. (1981). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1984). Ҡаҙаҡ тау‑металлургия ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) шунда уҡ эшләй (1956 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1964 й. башлап Ҡаҙағстан минераль сеймал ҒТИ‑ның геол. секторы мөдире, 1974 й. — Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА Геол. фәндәре ин‑тының ғилми секретары һәм сектор мөдире, 1970—74 йй. К.И.Сатпаев ис. Ҡаҙаҡ милли техник ун‑тында уҡыта, 1979—94 йй. тарих һәм төбәк геологияһы каф. мөдире (бөтәһе лә — Алматы). Фәнни тикшеренеүҙәре төбәк геологияһына һәм металлогенияға арналған. Ҡ. тарафынан геологияразведка эштәрен үткәреү өсөн перспективалы металлогеник, геохимик һәм мәғдән бүлкәттәре айырып күрһәтелә; Башҡортостандың Урал алды һәм Ҡазағстан терр‑яларындағы геол. структураларҙың дуғаланып тоташыу характеры нигеҙләнә. 150 фәнни хеҙмәт авторы. Ч.С.Вәлиханов ис. пр. лауреаты (1971).

Хеҙм.: Металлогеническая и геохимическая зональность территории Казахстана. Алма‑Ата, 1976; Недра раскрывают тайны. Алма‑Ата, 1983; Геология и полезные ископаемые юго‑востока Тургайского прогиба и Северного Улытау: в 2 т. Алма‑Ата, 1984 (авторҙ.).

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.