ҠОМЪЯҘЫ, Балтас р‑нындағы ауыл, Иҫке Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 5 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта Ҡомъяҙы й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 900 кеше; 1920 – 996; 1939 – 924; 1959 – 743; 1989 – 499; 2002 – 592; 2010 – 532 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҫке Балтас урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Бөрө өйәҙе Ҡыр-Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 55 йортта 377 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 3 бакалея кибете теркәлгән. Р.Ф.Хәсәнов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.