ҠОМТАШ, ватыҡ ултырма тау тоҡомо. Балсыҡлы, карбонатлы, кремнийлы һ.б. материалдар м‑н цементланған ҡом бөртөктәренән тора. Составы б‑са моно-, олиго- һәм полимикт; үлсәме б‑са ҡаты (2,0—1,0 мм), эре (1,0—0,5), уртаса (0,5—0,25), ваҡ (0,25—0,1) һәм үтә ваҡ (0,05—0,1 мм) бөртөклө Ҡ. айырыла. Йөҙләү ташы, төҙөлөш материалы сифатында; составында 95%‑тан ашыу SiO2 булған кварцлы Ҡ. утҡа сыҙамлы материалдар етештереүҙә ҡулланыла. БР‑ҙа Ҡ. ятҡылыҡтары күп; урындағы халыҡ төҙөлөш һәм юл ташы итеп файҙалана. Өҫкө пермдең ҡазан ярусы ултырмаларындағы Ҡ. Төрөкмән ятҡылығы (Туймазы р‑ны) разведкаланған.

А.А.Алексеев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке