ҠОМЛО БАЛСЫҠ, континенталь йәки диңгеҙҙәге йомшаҡ ултырма тау тоҡомдары, 0,01 мм ҙурыраҡ киҫәкле материалдан (ауырлығының 60—70%‑ы) һәм 0,01 мм бәләкәйерәк бөртөктәрҙән (30—50%), ш. иҫ. 0,005 мм ҙурлығындағы (10—30%) балсыҡ киҫәктәренән тора. Минераль составы б‑са — ҡомло (кварц миҡдары юғары булған) һәм мәтеле (каолинит, иллит, монтмориллонит һ.б. балсыҡ минералдарының миҡдары юғары булған); составында ҡом, саң бөртөктәренең миҡдары һәм уларҙың ҙурлығы б‑са — тупаҫ ҡомло, ваҡ ҡомло һәм саңлы; бөртөктәренең йомарланыуы б‑са — гравелитлы (20—50%‑ы 2 мм ҙурыраҡ йомарланған бөртөктәр) һәм ҡырсынташлы (20—50%‑ы 2 мм ҙурыраҡ йомарланмаған бөртөктәр); составында балсыҡлы киҫәктәрҙең күләме б‑са — уртаса һәм ауыр (20—30%‑ы балсыҡ киҫәктәре), еңел (10—15%); ш. уҡ һарыҡташлы, һары тупраҡлы, ҡаплама Ҡ.б. айыралар. Составында органик матдә һәм тоҙ ҡушылмалары бар. Ҡ.б. мәтеле тупраҡтарға индерәләр һәм еңел (һығылмалыҡ һаны 7—12, ҡом бөртөктәре 40%‑тан ашыу), еңел саңлы (7—12, 40%‑тан кәмерәк), ауыр (12—17, 40%‑тан ашыу), ауыр саңлы (12—17, 40%‑тан кәмерәк) Ҡ.б. бүләләр. Кирбес, черепица, керамик плитка, керамзит, цемент етештереүҙә сеймал сифатында ҡулланыла. БР‑ҙа Ҡ.б. ятҡылыҡтары Башҡортостандың Урал алдында таралған.

Г.Ә.Данукалова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.