ҠОМАЛАҠ (Humulus), киндер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Ябай Ҡ. билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Тамырһабаҡлы күп йыллыҡ ике өйлө үлән. Һабағы уралыусан, ҡытыршы, сәнскеле, оҙонлоғо 3—6 м. Аҫҡы һәм урта япраҡтары 3—5 айырсалы йәки 3—5 бүлкәтле; өҫкөләре ғәҙәттә бөтөн, ҡапма-ҡаршы. Сәскәһе ваҡ, бер енесле; ата сәскәләре һарғылт йәшел төҫтә, һепертке рәүешле сәскәлектәрҙә; инәләре йәшел, бер сәскә ҡолаҡсыны м‑н, дөйөм сәскә ҡолаҡсыны ҡуйынында 2‑шәрләп урынлашҡан, ҡыҫҡа башаҡтарға йыйылған. Һеркәләнгәндән һуң дөйөм сәскә яны һәм сәскә яны ҡолаҡсындары ҙурая, өлгөргән башаҡтар тубырсыҡ һымаҡ алҡаға (ҡуш емешкә) әүерелә. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ваҡ йомро ялпаҡ сәтләүек, июль—авг. өлгөрә. Башлыса йылға үҙәндәрендә, ҡыуаҡлыҡтар араһында, йырындарҙа, дымлы урман ситтәрендә үҫә; бөтә респ. таралған. Составында алкалоидтар, әсе матдәләр, эфир майҙары булған ҡуш емештәре икмәк бешереү сәнәғәтендә, медицинала, парфюмерия-косметика сәнәғәтендә, һыра ҡайнатыу сәнәғәтендә ҡулланыла. Декоратив үҫемлек.

Ғ.М.Фазылова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке