ҠОМ, Ә м з ә, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ҡарман а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Әмзә т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 960 кеше; 1920 – 1353; 1939 – 1068; 1959 – 873; 1989 – 356; 2002 – 268; 2010 – 268 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1770 й. алып билдәле. Шулай уҡ Ҡарағайлы Ҡом, Әмзә‑Тосҡом исемдәре м‑н теркәлгән. 1811 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар килеп ултырған (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә). 1795 й. 35 йортта 230 кеше йәшәгән, 1865 й. 143 йортта – 820 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсебе м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, 4 бакалея кибете теркәлгән. Айыт Сәйетов, И.Ҡ.Хәбиров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке