АМЕЛИН Веналий Владимирович (21.5.1951, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Комовка а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1995), проф. (1997). Ташкент пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1978) Үзбәк ССР‑ында партия эшендә. 1989 й. алып Мәскәүҙә йәшәй, 1991—92 йй. РФ‑тың Милли сәйәсәт б‑са дәүләт ком‑ты хеҙм‑ре. 1992 й. башлап Ырымбур өлк.: өлкә хакимиәте башлығы советнигы, 1993 й. алып хакимиәттең Милләт‑ара мөнәсәбәттәр б‑са ком‑ты рәйесе, 2006 й. — мәҙәниәт, ижт. һәм тышҡы бәйләнештәр министры урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1996 й. башлап Ырымбур аграр ун‑ты Идара итеү ин‑тының Ватан тарихы каф., 1998 й. — социология һәм соц. эш каф. мөдире, 2001 й. — дир., 2002 й.— дир. урынбаҫары, 2001 й. — РФА Этнология һәм антропология ин‑тының Институт‑ара этносәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе, 2010 й. — Ырымбур ун‑тының Көньяҡ Урал тарихы һәм этнографияһы ҒТИ директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре СССР‑ҙа һәм БДБ‑ла милләт‑ара мөнәсәбәттәр тарихына арналған. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Вызовы мобилизованной этничности. М., 1997; Мигранты в Оренбуржье: проблемы социальной адаптации. Оренбург, 2002; Оренбуржье: перспективы этнокультурного развития. Оренбург, 2009.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке