ҠОЛШӘРИПОВ Марат Мәхмүт улы (7.1.1941, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Ерекле а.), тарихсы. БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), тарих ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). БДУ‑ны тамамлаған (1967), 1971 й. алып шунда уҡ эшләй: 1999—2011 йй. тарих ф‑ты деканы, 2007—16 йй. БР тарихы, археология һәм этнология каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡорт ғәскәрен, Башҡорт милли хәрәкәтен, 20 б. Башҡортостан тарихын һәм историографияһын өйрәнеүгә, милли дәүләт ҡоролошо мәсьәләләренә арналған. “Башҡорт халҡының тарихы” (“История башкирского народа”, 7 томда, 2009—2012) хеҙмәтенең баш мөхәррире. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1991—96 йй. “Урал” башҡ. халыҡ үҙәге рәйесе. Ә.Вәлидов ис. (2002), Р.Ғ.Кузеев ис. (2014) пр. лауреаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2009).

Хеҙм.: З.Валидов и образование Башкирской Автономной Советской Республики (1917—1920 гг.). Уфа, 1992; Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). Уфа, 2000; Политика царизма в Башкортостане (1775—1800). Уфа, 2003.

Н.М.Усманова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке