ҠОЛШӘРИПОВ Баймөхәмәт Мәһәҙей улы (1791—?), кантон башлығы, зауряд-хорунжий (1827). Троицк өйәҙе Әйле улусы Ҡәҙер а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) башҡорто. Ватан һуғышында (1812), рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнашыусы. 1828 й. алып йорт старшинаһы, 1848 й. — идарасы ярҙамсыһы, 1849 й. — 5‑се башҡ. кантоны башлығы. “1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә” миҙалы м‑н бүләкләнгән. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәб.: Тагирова Л.Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. Уфа, 2011.

Л.Ф.Таһирова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке