ҠОЛОШ, Учалы р‑нындағы ауыл, Ураҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 48 км һәм Учалы т. юл ст. 53 км алыҫлыҡта Шәгәр й. (Миндәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 401 кеше; 1920 – 547; 1939 – 266; 1959 – 192; 1989 – 234; 2002 – 249; 2010 – 151 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Ҡара‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 30 йортта 238 кеше йәшәгән, 1866 й. 79 йортта – 407 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.