ҠОЛОШ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Һәүәләй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. табан 1 км һәм Ибраһим т. юл разъезынан 2 км алыҫлыҡта Ҡарайылға й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 545 кеше; 1920 – 724; 1939 – 836; 1959 – 498; 1989 – 315; 2002 – 280; 2010 – 255 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Өфөөйәҙе Йомран-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә1785 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 88 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. Ҡ. (Ҡунуш) 66 йортта 365 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.