ҠОЛОНҒОЙРОҠ (Calamagrostis), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да башлыса субарктик, уртаса һәм субтропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үлән. Һабағы төҙ, 40—150 см бейеклектә. Япрағы эре, ҡыяҡлы, яҫы, ситтәре киртләсле. Сәскәһе йәйенке йәки ҡыҫынҡы һеперткеләргә йыйылған бер сәскәле башаҡтарҙа. Июнь— июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—авг. өлгөрә. Урман Ҡ. — урмандарҙа һәм ҡырҡылған урмандарҙа, ер өҫтө Ҡ. далаға әйләнгән болондарҙа һәм урман ситтәрендә осрай; респ. бөтә терр‑яһында тиерлек таралған. Тупаҡ тәңкәле Ҡ. япраҡлы‑ҡара ылыҫлы урмандарҙа осрай; урал Ҡ. гибрид генлы төрө — тау тундраһында; сал Ҡ., һиҙелмәҫ Ҡ., ҡуйы ҡыҙыл Ҡ., Лангсдорф Ҡ. һәм ҡамышлы Ҡ. һаҙлыҡтарҙа, һаҙлы урмандарҙа, әрәмәләрҙә һәм һыу буйында үҫә; һирәкләп бөтә Башҡортостанда осрай.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке