ҠОЛОМБӘТОВ Вәлиулла Фәйзулла улы [1881, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Яҡтыкүл а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) – 1964, шунда уҡ], шағир‑импровизатор. Ҡыйышҡы мәҙрәсәһендә, “Рәсүлиә”, “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә уҡый. Төрки һәм ғәрәп телдәрен белгән. Тыуған ауылында уҡыта, 20‑се йй. Табын кантонының халыҡ мәғарифы бүлеге етәксеһе. “Иптәшкә”, “Үткер балта”, “Ялҡау Мотой менән тараҡандар” шиғырҙары, коллективлаштырыу, Бөйөк Ватан һуғышы, әхлаҡ һәм соц. мөнәсәбәттәр т‑да йырҙар һ.б. әҫәрҙәр, М.Ғафури т‑да иҫтәлектәр авторы. Башҡ. фольклоры һәм этнографияһы б‑са материалдар йыйған. Салауат Юлаев т‑да “Салауаттың ҡатынына йыры” риүәйәтен һәм уның “Бүгәсәүгә ҡушылып, ир батырға ҡуш булып...” ҡобайырын, ш. уҡ Аҡмулла шиғырҙарын яҙып алған. Әҫәрҙәре һәм ул яҙып алған риүәйәттәр “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына индерелгән. Ижади мираҫының байтаҡ өлөшө юғалған. Ҡулъяҙмалары Ғилми архивта һаҡлана. Тыуған ауылында барельеф ҡуйылған (2016).

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр, риүәйәттәр, хәтирәләр, сәсәндәр ижады: совет осоро. 2‑се кит. Өфө, 1982; Сәлимов Н. Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов. Өфө, 2016.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке