Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/K/KOLOI_KANTON.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/K/KOLOI_KANTON.jpg'

ҠОЛОЙ КАНТОН”, “Ҡ о л ы й к а н т о н”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1920 йй. яҙып алына (яҙманың авторы билдәһеҙ), бер нисә вариантта “Советская музыка” (“Совет музыкаһы”, 1951. №3) ж. баҫтырыла. Йырҙың артабанғы яҙмалары С.Ә.Галин, Л.Н.Лебединский, К.Й.Рәхимов, И.В.Салтыков, Н.Д.Шоңҡаров тарафынан башҡарыла. Драматик характерҙағы йыр. Кантон башлығы Мөхәмәтҡолой Көсөков (ҡара: Көсөковтар) исеме м‑н аталған. Сюжет нигеҙендә үҙенең ҡанһыҙлығы м‑н билдәле булған Ҡолой т‑да хикәйә ята. Силәбе өлк. Арғаяш р‑нында йырҙың геройын белемле һәм мәрхәмәтле кеше итеп һүрәтләгән варианты ла таралған. Йыр айырыуса Урал аръяғы башҡорттары араһында киң билдәле. Көйҙөң киң интервал — секстанан башланыуы һыҡтау булып яңғырай, был тәьҫирҙе артабан ҡатмарлы орнаментика көсәйтә. Башҡарыусылар араһында Баймаҡ халыҡҡурайсылар ансамбле, М.Ф.Буранғолов, Т.М.Дәүләтшин, З.З.Илбаева, Ф.Ә.Килдейәрова, Ғ.З.Сәфәрғәлин, Ғ.С.Әлмөхәмәтов, Р.С.Әхмәҙиева. Йырҙы Ш.Ш.Ибраһимов — хор (a cappella), В.И.Виноградов, З.Л.Компанеец, А.М.Ҡобағошов, Рәхимов тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән.

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.8. Песни (дооктябрьский период). Уфа, 1995; Камаев Ф.Х., Шоңҡаров Н.Д. 400 башҡорт халыҡ йыры=Камаев Ф.Х., Шонкаров Н.Д. 400 башкирских народных песен. Өфө, 2011.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.