АМВРОСИЙ II (донъяуи исеме Морев Алексей Иванович; яҡынса 1782 й., Тверь губ. — 15.9.1854, Пенза ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1823—28). Дини тәғлимәт кандидаты. Архимандрит (1816). Монахлыҡ ҡабул иткән (1805). Александр Невский дини акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1807), артабан Тверь, Новгород ҡҡ. дини семинарияларында уҡыта. 1816 й. алып Новгородта Антоний ир‑егеттәр монастыры настоятеле, 1822 й. — Орёл ҡ. дини семинария ректоры һәм Мценск ҡ. Петропавловск ир‑егеттәр монастыры настоятеле. 1828 й. башлап Мәскәү патриархияһы епархияларында епископ. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында молокандар сектаһына ҡаршы әүҙем көрәшә, уның осоронда Өфөлә дини семинарияның 2 ҡатлы бинаһы төҙөлөп бөтә.

Әҙәб.: Чернавский Н.М. Оренбургская епархия в прошлом её и настоящем //Труды Оренбургской учёной архивной комиссии. Оренбург, 1902. Вып.10; Сергеев Ю.Н. Уфимско‑Оренбургские епископы первой половины XIX века: материалы к биогр. слов. //Башкирский край. Уфа, 1994. Вып.5.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке