ҠОЛМӘТ, Сыбарҡая, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Йыланлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.  38 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 662 кеше; 1920 – 325; 1939 – 782; 1959 – 764; 1989 – 423; 2002 – 361; 2010 – 293 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1779 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ улустың Шәрип а. (хәҙ. Салауат р‑ны) мишәрҙәре Сыбарҡая исеме м‑н нигеҙ һала. 1789 й. шул уҡ шарттарҙа бында Нуғай даруғаһының Бөрйән улусы Юлыҡ а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны) дәүләт крәҫтиәндәре килеп урынлаша һәм Ҡолмәт а. (тәүге төпләнеүсе Ҡолмәт Әлмәтов исеменән) нигеҙ һала. 1795 й. Сыбарҡаяла 2 йортта 17 кеше йәшәгән, Ҡ.  7 йортта — 46 кеше. 1865 й. Сыбарҡаяла (Ҡ., Разбойник) 14 йортта 101 кеше йәшәгән (игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр, һыу тирмәне булған), Ҡ.  40 йортта — 229 кеше (малс‑ҡ, умарт‑ҡ, балта эше, урман кәсебе м‑н шөғөлләнгәндәр). 1906 й. Сыбарҡаяла 35 йортта 236 кеше йәшәгән, мәсет булған; Ҡ.  79 йортта — 426 кеше, тимерлек, 3 бакалея кибете булған. 1920 й. ауылдар бергә — Сыбарҡая, 30‑сы йй. хәҙ. исем м‑н теркәлгән. Ауыл янында Ҡолмәт яҙыуы бар. Әй й. Ҡ.  эргәһендәге һыубаҫар туғайы – тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ә.А.Бәширов ошо ауылда тыуған.

Тәрж Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.