ҠОЛМӘТ ЯҘЫУЫ, энеолитҡа ҡараған археологик ҡомартҡы. Ҡыйғы р‑ны Ҡолмәт а. көнбайышҡа табан 3— 4 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярындағы яланғас ҡаяға төшөрөлгән. 1988 й. В.Н.Широков тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр 3 төркөмдән тора. Береһе өйрәнелгән. Ҡуйы күк төҫтәге буяу м‑н эшләнгән һүрәттәр йылға кимәленән 15—18 м бейеклектә урынлашҡан (бәләкәй тау ҡыуышы янында). Кеше һынына оҡшаш фигуралар (9×24 см), хайуан һәм ҡош һүрәттәре (15×20 см) күп, уртала овал һәм дуға һыҙаттары төҫмөрләнә. Тау ҡыуышында бронза быуаты һәм иртә тимер быуат керамикаһы, эш ҡоралдары һ.б. әйбер фрагменттары, ш. уҡ кеше һөйәге ҡалдыҡтары табылған. Ҡомартҡы Көньяҡ Урал халҡының һунар итеүгә бәйле йолалары булыуын раҫлай.

Әҙәб.: Культовые памятники горно-лесного Урала. Екатеринбург, 2004.

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.