ҠОЛҠАН, Алдашлы, Ғафури р‑нындағы ауыл, Сәйетбаба а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 60 км һәм Аҡкүл т. юл ст. 75 км алыҫлыҡта Алдашлы й. (Еҙем й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 505 кеше; 1920 – 672; 1939 – 628; 1959 – 335; 1989 – 178; 2002 – 211; 2010 – 166 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Сәйетбаба урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Кесе-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улы Әхмәр Ҡолҡанов билдәле. 1795 й. 17 йортта 91 кеше йәшәгән, 1865 й. 50 йортта – 343 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында урман кәсептәре булған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.