ҠОЛҒОНА, Ишембай р‑нындағы ауыл, Ҡолғона а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 87 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Оло Шешәнәк й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 688 кеше; 1939 – 538; 1959 – 742; 1989 — 845; 2002 – 821; 2010 – 774 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Гәрәй‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (27 йортта 90 кеше иҫәпкә алынған). Тәүге төпләнеүсе Ҡолғона Дәүләтов исеме м‑н аталған. 1865 й. 82 йортта 492 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсебе м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 3 бакалея кибете теркәлгән. Ауыл эргәһендәге Алатау һырты участкаһы – тәбиғәт ҡомартҡыһы. Н.С.Мусин ошо ауылда тыуған.

Р.Н.Ҡотошов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке