ҠОЛҒАНА, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Ҡолғана а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 74 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 127 км алыҫлыҡта Үҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 366 кеше; 1920 – 516; 1939 – 277; 1959 – 215; 1989 – 226; 2002 – 281; 2010 – 288 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Әбделмәмбәт урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Тамъян гәүһәрҙәре” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 19 б. башында Верхнеурал өйәҙенең Тамъян улусы Ярлыҡап а. (хәҙ. Әбйәлил р‑ны) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе тархан Ҡолғана Түлебаев исеме м‑н аталған. 1866 й. 30 йортта 207 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, урман кәсептәре, һунарсылыҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән. Х.М.Сафин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке