ҠОЛБӘКОВ Шәрәфетдин Әбделғәлим улы (1849 — ?), Өфө губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Златоуст өйәҙе башҡорто. Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы. Неплюев кадет корпусын тамамлаған. Улус суды рәйесе, 1878— 80 йй., 1884—90 йй. һәм 1903— 05 йй. Златоуст өйәҙ земствоһы гласныйы булып хеҙмәт итә. Думала мосолмандар фракцияһы ағзаһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке